БӨГӨН БӨТӘ ИЛДӘРҘӘ ХАЛЫҠ-АРА ТУҒАН ТЕЛ КӨНӨ БИЛДӘЛӘНӘ
Февраль 21, 2025
Просмотров: 25
...Үҙенең әсә теленә булған мөхәббәтенә ҡарап, һәр бер кешенең мәҙәниәт кимәленә генә түгел, бәлки, уның гражданлыҡ ҡиммәтенә лә баһа бирергә мөмкин. Үҙеңдең илеңә ҡарата булған ысын мөхәббәтте туған телеңә ҡарата булған мөхәббәттән тыш күҙ алдына килтереү мөмкин түгел.
Сибай ҡала гимназияһында туған телгә арналған тематик дәрестәр, флешмобтар үткәрелде, һүрәттәр күргәҙмәһе булдырылды.
4-се кластар өсөн "Туған телем - минең ғорурлығым!" тип аталған асыҡ сара үтте. Уҡыусылар бик әүҙем ҡатнашты, төрлө телдәрҙә шиғырҙар уҡылды, балалар башҡорт һәм рус теле ҡағиҙәләрен, тарихын белеүҙә көс һынашты.